БЕЛОРЕТ ПЕДАГОГИЯ КОЛЛЕДЖЫ, 1930 й. 2‑се баҫҡыс мәктәп нигеҙендә пед. техникумы булараҡ нигеҙ һалына, 1937 й. алып пед. уч‑щеһы, 1997 й. хәҙ. статусын ала. Б.п.к. составына Стәрлетамаҡ пед. уч‑щеһы (1955) һәм Темәс башҡорт педагогия училищеһы (1956) инә. Уҡытыу көндөҙгө бүлектә башланғыс синыфтарҙа уҡытыу, ғәмәли информатика, информатика, мәктәпкәсә белем биреү, сит (инглиз) тел, туризм, физик культура һөнәрҙәре б‑са алып барыла. Китапханаһы, 5 компьютер класы, музейы, дөйөм ятағы, спорт комплексы, уҡытыу‑тәж. участкаһы, теплицаһы бар. Уҡыу йорто м‑н Ә.М.Аҙнабаев, А.Ә.Ғәлләмов һ.б. эшмәкәрлеге бәйле. 10 меңдән ашыу белгес әҙерләнгән (2011), улар араһында Аҙнабаев, Ф.Х.Мостафина, Р.В.Паль, Ф.Ғ.Хисамитдинова.

Г.Т.Ибраһимова

Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика