БЕЛОРЕТ МУЗЕЙЫ. Белорет ҡ. урынлашҡан. 1969 й. йәмәғәт башланғысында Белорет тарих‑тыуған яҡты өйрәнеү музейы булараҡ ойошторола, 1990—2006 йй. Милли музей филиалы. Музей фондында 12 меңдән ашыу һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. Ватан һуғышы осорона ҡараған ҡорал, обмундирование һәм наградалар коллекциялары, Урал заводтары ҡойолмалары; суйын өҫтәл (19 б. Кәҫле оҫталарының художестволы ҡойоу өлгөһө), нумизматик коллекция; Көньяҡ Урал халыҡтарының ювелир әйберҙәре; 19 б. осоронда кейәүҙәге урыҫ ҡатынының баш кейеме. Коллекцияның нигеҙен инженер‑металлург, тыуған яҡты өйрәнеүсе Е.И.Андреев, М.Ф.Чурконың шәхси йыйылмалары тәшкил итә. 6 залда урынлашҡан экспозиция тәбиғәт, этнография, геология, Белорет, 18—19 бб. тимер иретеүсе Урал аръяғы заводтары, ш. иҫ. Белорет заводы, тарихы бүлектәренән тора.

Л.А.Чишкова

Тәрж. Г.С.Балтабаева

Текст на русском языке

 

 

Яндекс.Метрика