БЕЛОРЕТ МЕТАМОРФИК КОМПЛЕКСЫ, өҫкө кембрий алды тау тоҡомдарыныңурындағы юғары баҫымлы стратиграфик бүлексәһе. Д.Г.Ожиганов Белорет ҡ. р‑нында айырып күрһәтә (1940). А.И.Иванов (1948), Н.Ф.Решетников (1962—66), П.Н.Швецов (1962—76), А.А.Алексеев (1970) тарафынан өйрәнелә. Мәйәрҙәк антиклинорийын төҙөй. Көнсығышта Уралтау зонаһы, көньяҡта Йылайыр синклинорийы, көнбайышта Яланғас синклинорийы м‑н сиктәш. Б.м.к. аҫҡы рифейҙа (бөрйән) 120—130 м ҡалынлыҡтағы бүгәнәк (ҡомташлы кварцит, балсыҡлы һәүерташ, эзбизташ), 700—1200 м ҡалынлыҡтағы ҡыҙылташ (кристаллы һәүерташ, эзбизташ) свиталарына; урта рифейҙа (юрматын) — 150—600 м ҡалынлыҡтағы айыусапҡан (мусковит-кварцлы, мусковит‑хлорит- кварцлы һәүерташ, кварцит, амфиболит), 150—300 м ҡалынлыҡтағы бәләтәр (күмерле‑балсыҡлы һәүерташ, кварцит, амфиболит), 250—350 м ҡалынлыҡтағы егәлгә (мусковит‑кварцлы һәүерташ, кварцит), 750—1000 м ҡалынлыҡтағы егәҙе‑комаровка (мусковит‑хлоритоид‑кварцлы графитлы һәүерташ, кварцит) свиталарына һәм әүжән свитаһына; өҫкө рифейҙа (ҡаратау) — яҡынса 700 м ҡалынлыҡтағы елмәрҙәк (кварцит, мусковит- кварцлы һәүерташ) һәм яҡынса 450 м ҡалынлыҡтағы ҡытау (мәрмәрләнгән эзбизташ) свиталарына бүленә. Ултырмалар төньяҡта Тирлән й. алып көньяҡта Белорет р‑ны Үҙән а. тиклем Ағиҙел й. уң ярында таралған (оҙонлоғо — яҡынса 100 км, киңлеге — 40 км тиклем). Метаморфизмдың йәше — һуң венд (яҡынса 600 млн йыл). Тәрән йырынлы һәм ауышыу мөйөштәре ярашмаған комплекс тоҡомдары палеозой ҡатламдары (ордовик ҡомташы) м‑н ҡаплана. 90%‑ы метаморфланған ултырма (кварцит, кристаллы һәүерташ, мәрмәр), 5—10%‑ы магмалы (амфиболит, эклогит) тоҡомдарҙан тора; Б.м.к. ҡалынлығы 3600—4300 м. Комплексҡа көрән тимер мәғдәне, магнезит, авантюрин, тау гәлсәре, кварц юлағы сығанаҡтары тура килә.

Әҙәб.: Швецов П.Н. Стратиграфия белорецкого комплекса Южного Урала //Советская геология. 1980. №3.

А.А.Алексеев

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика