БЕЛОРЕТ МЕТАЛЛУРГИЯ КОЛЛЕДЖЫ, 1933 й. металлургия техникумы булараҡ нигеҙ һалына, 1992 й. хәҙ. статусын ала. 2010 й. колледж составына Белорет һөнәрселек лицейы №25 инә. Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә иҡт. һәм бухгалтерия иҫәбе, металдарҙы баҫым аҫтында эшкәртеү, металдарҙы өйрәнеү һәм термик эшкәртеү, сәнәғәт ҡорамалдарын монтажлау һәм техник файҙаланыу, хоҡуҡ белеме, электр һәм электромеханик ҡорамалдарҙы техник файҙаланыу һәм хеҙмәтләндереү һөнәрҙәре б‑са алып барыла. Китапханаһы, дөйөм ятағы, уҡыу-производство оҫтаханалары бар. 17 меңдән ашыу белгес әҙерләнгән (2011), улар араһында И.А.Аверьянов, Ғ.И.Баймырҙин, В.А.Кулеша, Ф.Ҡ.Сөләймәнов, Р.Г.Хазанкин.

Ғ.К.Хөбөтдинов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика