БЕЛОРЕТ МЕДИЦИНА КОЛЛЕДЖЫ, 1935 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1936) шәфҡәт туташтары мәктәбе булараҡ нигеҙ һалына, 1939 й. алып акушерҙар мәктәбе, 1942 й. — фельдшер‑акушерлыҡ мәктәбе, 1943 й. — мед. техникумы, 2003 й. хәҙ. статусын ала (2009 й. башлап дәүләт авт. мәғариф учреждениеһы). Уҡытыу көндөҙгө һәм киске бүлектәрҙә акушерлыҡ эше, дауалау эше, шәфҡәт туташы эше һөнәрҙәре б‑са алып барыла. Китапханаһы, клиникаға тиклемге әҙерләү, “Сәләмәтлек” үҙәктәре, спорт залы, дөйөм ятағы бар. 8 меңдән ашыу белгес әҙерләнгән (2011).

А.Ғ.Хамматов

Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика