БИКБОВ Юныс Юлбарыҫ улы [1883, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Әбүләйес а. (БР‑ҙың Ейәнсура р‑ны) — 1943, Ҡарағанда ҡ.], Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. Ҡазан ун‑тының юридик ф‑тын тамамлағандан һуң (1911) Орск өйәҙе 2‑се Үҫәргән улусында мировой судья булып хеҙмәт итә. 1917 й. авг. алып Башҡорт мәркәз шураһы ағзалығына кандидат, нояб. Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышына һайлана. Авг., дек. 2‑се һәм 3‑сө Бөтә башҡорт ҡоролтайы делегаты. 1917 й. дек. башлап Башҡорт хөкүмәте рәйесе, 1919 й. ғин. — ағзаһы. 1918 й. сент. Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы ағзалары комитеты м‑н Башҡортостан автономияһын таныу, Башҡорт ғәскәрен Халыҡ армияһы составына индереү т‑да һөйләшеүҙәр алып бара, Өфө дәүләт кәңәшмәһе эшендә ҡатнаша. 1919 й. февр. — 1920 й. сент. Башҡортостан хәрби-революцион комитеты ағзаһы һәм АСБР юстицияһының халыҡ комиссары. 1920—30 йй. йылайыр кантонында халыҡ судьяһы. 1930 й. ҡулға алына, 1933 й. азат ителә. 1933—37 йй. Ташкентта уҡытыусы. Репрессиялана (1937), 1962 й. аҡлана.

Әҙәб.: Ярмуллин А.Ш. Юныс Бикбов //Автономиялы Башҡортостан байрағы аҫтында. Өфө, 2009.

Р.Ә.Бикбаев, С.М.Исхаҡов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика