БИКБОВ Мөхәррәм Мөхтәрәм улы (4.4.1957, Ырымбур өлк. Иманғол а.), офтальмолог. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (2016), мед. ф. д‑ры (1998), проф. (2009). РФ‑тың (2013) һәм БР‑ҙың (1996) атҡ. табибы. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1980) Күмертау ҡ. эшләй. 1985 й. алып Өфө күҙ ауырыуҙары ҒТИ‑нда: 1986 й. башлап бүлек мөдире, 1991 й. — бүлек етәксеһе, 1998 й. — иҡт. һәм фәнни‑производство эшмәкәрлеге б‑са дир. урынбаҫары, 2006 й. — директор. Фәнни эшмәкәрлеге балаларҙа юғары дәрәжә анизометропияны төҙәтеүҙең оптик һәм хирургик ысулдарын тикшереүгә, тыумыштан һәм тормошта барлыҡҡа килгән күҙ мөгөҙсәһе ауырыуҙарын дауалау алымдарын эшләүгә арналған. Б. респ. тәүге тапҡыр күҙҙең мөгөҙсә ҡатламына рефракция операциялары яһау ысулын индерә. 300‑гә яҡын фәнни хеҙмәт һәм 40 уйлап табыу авторы. Рәсәй офтальмологтары йәмғиәтенең Башҡ‑н төбәк бүлексәһе рәйесе (2009 й. алып). Башҡ‑н комсомолы пр. лауреаты (1987).

Хеҙм.: Витреоретинальная хирургия при заболеваниях и травмах глаз. Уфа, 2008 (авторҙ.);  Комплексная диагностика заболеваний орбиты. Уфа, 2008 (авторҙ.); Вторичная имплантация заднекамерных интраокулярных линз у детей. Уфа, 2009 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика