БИКБИРҘИН Йәүҙәт Зәйнулла улы [10.6.1952, БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Күсей а. — 14.5.1996, шунда уҡ], бейеүсе, балетмейстер. БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1992). Башҡ. респ. мәҙәниәт‑ағартыу уч‑щеһын тамамлаған (Стәрлетамаҡ ҡ., 1971; педагогтары К.С.Цыганкова, В.А.Цыпляков). 1973—74 йй. Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы, 1977 й. алып Башҡорт филармонияһының балет артисы, 1985 й. — Октябрҙең 40 йыллығы ис. мәҙәниәт һарайының (Сибай ҡ.) халыҡ бейеүҙәре ансамбле етәксеһе, 1989 й. — Баймаҡ район мәҙәниәт һарайы методисы, 1993 й. — “Ирәндек” халыҡ бейеүҙәре ансамбленең художество етәксеһе. Башҡорттарҙың булмышын, рухын һәм тәбиғәтен сағылдырған “Каруанһарай”, “Маршрут”, “Иғзаҡов”, “Ҡайтыу”, “Ҡара юрға”, “Сонайым”, “Байыҡ”тың төрлө варианттарын һ.б. бейеүҙәр ҡуйған. Рәсәй, Германия, Италия, Франция, Һиндостанда гастролдәрҙә булған.

Әҙәб.: Баһуманов А. Әйҙә, күңелем, күккә ос //Һоҡланһын бар донъя. Өфө, 1999.

Тәрж. Г.С.Балтабаева

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика