“АБДУЛЛА АХУН”, башҡ. халыҡ йыры, һалмаҡ көй. Тәүге тапҡыр 20 б. 30‑сы йй. Силәбе өлк. Ялан-Ҡатай р‑ны Тойғон а. Ә.Ҡорбанғәлиндән яҙып алына, А.Сер.Ключарёв тарафынан татар халыҡ йырҙары йыйынтығында баҫтырыла (Ҡазан, 1941). Йыр лирик‑эпик характерҙа. Абдулла Дәүләтшинға бағышланған. Йырҙың куплет төҙөлөшө һалмаҡ йыр башынан һәм марш характерындағы ҡушымтанан тора. Башҡарыусылар араһында Ғ.З.Сөләймәнов, Ә.С.Шайморатова. “А.а.” тауыш һәм фп. өсөн Х.Ф.Әхмәтов эшкәртә.

Әҙәб.: Башҡорт халҡ йырҙары. Өфө, 1954; Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар. 1‑се кит. Өфө, 1974.

А.М.Ҡобағошов

Тәрж. Г.С.Балтабаева

Нотная запись песни

Текст на русском языке