БИКБАУ, А ҡ ҡ у ж а, Ейәнсура р‑нындағы ауыл, Бикбау а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 17 км һәм Һарыҡташ т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнс. табан 71 км алыҫлыҡта Кесе Һүрәм й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 237 кеше; 1920 — 363; 1939 — 284; 1959 — 314; 1989 — 210; 2002 — 256; 2010 — 199 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар. Ауылға Нуғай даруғаһы Үҫәргән улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1775 й. алып билдәле. Улус старшинаһы Бикбау Исхаҡов (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, Бикбау бей исеме м‑н) исеме м-н аталған. Икенсе исеме йорт старшинаһы ярҙамсыһы Аҡҡужа Хоҙайғолов м‑н бәйле. 1795 й. 19 йортта 120 кеше йәшәгән, 1866 й. 40 йортта — 199 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1900 й. мәсет теркәлгән. В.Ҡ.Итбаев, С.М.Итбаев, Х.В.Солтанбаева, Р.В.Әлмөхәммәтов ошо ауылда тыуған.

 

Д.Ғүскилдин

Тәрж. Ю.Ғәримов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика