БИКБАЙ (Бикбаев) Баязит Ғаяз улы (9.1.1909, Ырымбур өйәҙе ш. уҡ исемле губ. Ҡалта а., хәҙ. БР‑ҙың Көйөргәҙе р‑ны Яңы Ҡалта а., — 2.9.1968, Өфө), яҙыусы. БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1957). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1934). 1929 й. “Сәсән” ж. (ҡара: “Ағиҙел”) эшләй, 1930—31 йй. “Ленинский путь” Туймазы район гәз. (ҡара: “Туймазинский вестник”) яуаплы секретары, 1932 й. алып “Башҡурдистан” гәз. (ҡара: “Башҡортостан”) бүлек мөдире, 1936—37 йй. ВКП(б)‑ның Башҡ‑н өлкә ком‑ты комиссияһы ағзаһы, 1937 й. алып “Үктәбер” ж. (ҡара: “Ағиҙел”) яуаплы секретары, 1939—41 йй. БАДТ‑ның әҙәбиәт бүлеге мөдире. 1941—43 йй. БАССР Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе. “Үтеп барған көндәр” тип аталған тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1932 й. сыға. 30‑сы йй. башҡ. поэзияһында оло ваҡиға булған “Ер” (1936) поэмаһында тыуған ерҙең бөйөк образы тыуҙырылған. Крәҫтиәндәр тормошонда коллективлаштырыуға бәйле соц. үҙгәрештәр “Аҡселән ташҡанда” (1956) романына нигеҙ булған “Ҡояшлы көн” (1934) повесында һүрәтләнә. “Аҡсәскә” (1963) һәм “Тере шишмәләр” (1962) автобиографик повестары герой психологияһына тәрән үтеп инеү, тел байлығы м‑н айырыла. Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75) алдынан башҡ. халҡының тормошон сағылдырған “Ҡарлуғас” (1939) драмаһы, Салауат Юлаевҡа арналған “Салауат” (1941) тарихи драмаһы авторы. “Ватан саҡыра” (1943), “Бер туғандар” (1944), “Аҡҡош йыры” (1968) драмалары Бөйөк Ватан һуғышы осоро ваҡиғаларына арналған. Б. ижадында ш. уҡ мәҫәлдәр, мәҙхиәләр һ.б. урын алған. Б. “Ҡаһым түрә” (1942) драмаһы ВКП(б) Үҙәк ком‑тының 1945 й. 27 ғин. ҡарары м‑н урыҫ һәм башҡ. яугирҙарын ҡаршы ҡуйыусы, башҡорттарҙың һуғышта ҡатнашыу тарихын боҙоп биреүсе әҫ. тип билдәләнә. З.Ғ.Исмәғилевтең “Ҡоҙаса” (1959) муз. комедияһы һәм “Замандаштар”, “Салауат Юлаев”, “Шәүрә” операларына либреттолар авторы. Б. ижадына башҡ. фольклоры м‑н бәйләнеш, драматизмдың тәрән лиризм м‑н берләшеүе хас. Б. әҫ. урыҫ, украин телдәренә тәржемә ителә. М.Горький, М.Ю.Лермонтов, И.С.Тургенев һ.б. әҫ. башҡ. теленә тәржемә итә. Б. пьесалары БР театрҙарында ҡуйыла. БАССР‑ҙың Салауат Юлаев ис. пр. лауреаты (1970). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1955), “Почёт Билдәһе” (1939) орд. м‑н бүләкләнгән. Б. исеме Көйөргәҙе р‑ны Мораптал урта мәктәбенә бирелгән, бында яҙыусының музейы эшләй, ихатаһында бюст ҡуйылған. Тыуған ауылындағы һәм респ. башҡа торама пункттарындағы урамдар Б. исемен йөрөтә. 2009 й. Көйөргәҙе р‑ны хакимиәте уның исемендәге премия булдыра.

Әҫәрҙ.: Һайланма әҫәрҙәр: 5 томда. Өфө, 1969—1973; Тере шишмәләр. Өфө, 2004; Ер: шиғырҙар, поэма, повесть, драмалар. Өфө, 2009.

Әҙәб.: Баязит Бикбай тураһында иҫтәлектәр. Өфө, 1978; Хәмиҙуллина М.Ғ. Баязит Бикбай ижады. Өфө, 1987; Бикбаев Р.Т. Шағир һүҙе — шағир намыҫы. Өфө, 1997.

Р.З.Шәкүров

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика