БИКБАЕВА Әлфиә Исхаҡ ҡыҙы (23.11.1926, Малмыж ҡ. — 10.11.2004, Өфө), оториноларинголог. БР ФА‑ның почётлы акад. (1995). Мед. ф. д‑ры (1970), проф. (1971). РСФСР‑ҙың (1986) һәм БАССР‑ҙың (1976) атҡ. фән эшмәкәре, СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1967). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1949) 1991 й. тиклем шунда уҡ эшләй (1966 й. алып ҡолаҡ, тамаҡ һәм танау ауырыуҙары каф. мөдире), бер үк ваҡытта 1966—91 йй. БАССР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш оториноларингологы. Фәнни хеҙмәттәре танау ҡыуышлығы хроник ауырыуының (озена) этиологияһын һәм патогенезын, баш һөйәге эсендәге отоген өҙлөгөүҙәрҙең һәм фронтиттарҙың көсәйеп китеүендә вирустарҙың ролен өйрәнеүгә, ревматизм ваҡытындағы тонзилоген интоксикацияны тикшереүгә арналған. Б. озенаның барлыҡҡа килеү концепцияһын һәм уны дауалауҙың яңы ысулдарын тәҡдим итә. Б. етәкс. урта һәм эске ҡолаҡ сирҙәре м‑н ауырығандарҙы электрофизиологик тикшереү алымдары эшләнә, респ. оториноларингологик дауалау практикаһына лазер терапияһы ысулы индерелә. 230‑ҙан ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Респ. клиник дауаханаһы эргәһендәге респ. беренсе сурдология үҙәген ойоштороусы (1968). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1971).

Хеҙм.: Лечение химических ожогов пищеварительного тракта. Уфа, 1985 (авторҙ.); Электрофизиологические методы исследования в диагностике и лечении внутричерепных осложнений. Уфа, 1986 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика