БИКБАЕВ Рауил Төхфәт улы (12.12.1938, Ырымбур өлк. Үрге Ҡунаҡбай а.), шағир, әҙәбиәт белгесе, йәмәғәт эшмәкәре. БР‑ҙың халыҡ шағиры (1993). БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (2008), филол. ф. д‑ры (1996). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1997), Сыуашстан Респ. атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (2003). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1966). БДУ-ны тамамлаған (1962). 1965 й. алып ТТӘИ ғилми хеҙм‑ре, 1995—2011 йй. — БР Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе. “Дала офоҡтары” тип аталған тәүге шиғырҙар китабы 1964 й. сыға. Б. ижадына фекерләү киңлеге, тормош күренештәрен филос. дөйөмләштереүгә ынтылыу хас. Башҡ. поэзияһында эпик жанрҙарҙың үҫешенә ҙур өлөш индерә. Туған тел, башҡ. халҡының мәҙәниәте һәм тарихы темалары “Халҡыма хат” (1989) шиғри монологында, “Һыуһаным — һыуҙар бирегеҙ!” (1989), “Баҙар балтаһы” (1993), “Система” (2000), “Хазина” (2009) поэмаларында сағыла. Б. поэтик теле сағыу образлылыҡ, үҙенсәлекле символика м‑н айырыла. БР‑ҙың дәүләт гимны тексын ижад итеүсе (Р.Шәкүр м‑н берлектә). “Хәҙерге башҡорт поэзияһы үҫеше” (“Эволюция современной башкирской поэзии”; 1991), “Шәйехзада Бабич: тормошо һәм ижады” (“Шайхзада Бабич: жизнь и творчество”; 1995), “Шағир һүҙе — шағир намыҫы” (1997), “Рәми” (2008) һ.б. хеҙмәттәр авторы. “Башҡорт әҙәбиәте тарихы” (6 томда, 1990—1996) баҫмаһы авторҙарының береһе. БР Дәүләт йыйылышы — Ҡоролтайҙың 4‑се саҡырылыш депутаты. БАССР‑ҙың Салауат Юлаев ис. пр. (1989), Ғ.Сәләм ис. (1970), Р.Ғарипов ис. (1992), З.Биишева ис. (2003) пр. лауреаты. Почёт (2009), Дуҫлыҡ (2000), “Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” (2008), Салауат Юлаев (2003) орд. м‑н бүләкләнгән.

Әҫәрҙ.: Сәфәрҙәргә сығам сәхәрҙәрҙән: сәйәхәтнамә. Өфө, 2002; Яңғыҙ ҡоштоң осоп барғаны: шиғырҙар, поэмалар. Өфө, 2003; Һайланма әҫәрҙәр: 5 томда. Өфө, 2008—2011.

Әҙәб.: Әхмәҙиев В.И. Быуындар бәйләнеше. Өфө, 1985; Хөсәйенов Ғ.Б. Рауил Бикбаев: тормошо һәм ижады. Өфө, 2009.

Р.З.Шәкүров

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика