БИКБАЕВ Йәүҙәт Мансур улы [25.11.1926, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Собханғол а. (БР‑ҙың Ауырғазы р‑ны) — 7.9.1995, Өфө], инженер-механик. Техник ф. канд. (1970), проф. (1993). БАССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1978). ӨАИ‑ны тамамлаған (1949). 1953 й. алып Өфө авиация техникумында уҡыта, 1958—60 йй. Өфө электромеханика техникумы дир. урынбаҫары. 1971 й. башлап ӨАИ‑ла эшләй (1973 й. алып киске һәм ситтән тороп уҡыу б‑са проректор), 1979 й. башлап Өфө сервис технология ин‑тында: филиал дир., бер үк ваҡытта көнкүреш машиналары һәм аппараттары каф. мөдире, 1985 й. алып машиналар эшләү технологияһы каф. мөдире. Фәнни хеҙмәттәре электрохимик аныҡ эшкәртеү, синтетик алмасты ҡулланыу һәм уның ярҙамында ҡырҡыусы инструменттарҙы үткерләү проблемаларына арналған. 20‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы.

М.Ғ.Моталов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика