БИК (Бикмурзин) Анатолий Иванович [19.12.1915, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Бөрөбаш а. (БР-ҙың Мишкә р-ны) — 19.12.1980, Йошкар-Ола], яҙыусы. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Мари пед. ин‑тын тамамлаған (Йошкар-Ола, 1952). Мари АССР‑ында йәшәгән һәм эшләгән. Б. шиғриәте нескә лиризм м‑н һуғарылған. Күп әҫәрҙәрендә Башҡортостан мариҙары тормошон һүрәтләй. Айырыуса билдәле әҫәре — “Ут һәм һыуҙар аша” (1976; мари т.) романы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында яҡташ мариҙарҙың батырлығына арналған. “Тыуған яҡ” (1945) шиғыры һәм “Пекпай ҡурғаны” (1975; икеһе лә — мари т.) поэмаһы тыуған яҡтың матурлығына дан йырлай. Б. шиғырҙарына 50-нән ашыу йыр яҙылған. Шағирҙың әҫәрҙәре башҡ. һ.б. телдәргә тәржемә ителгән. Б. тыуған ауылында мәктәп бинаһында таҡтаташ ҡуйылған, шунда уҡ музей-кабинет эшләй.

Әҫәрҙ.: Лирика: стихи. Йошкар-Ола, 1971.

Г.З.Зәйниев, Г.И.Ибулаев

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика