БИИШЕВА Зәйнәб Абдулла ҡыҙы [2.1.1908, Ырымбур губ. ш. уҡ ис. өйәҙе Туйөмбәт а. (БР‑ҙың Күгәрсен р‑ны) – 24.8.1996, Өфө], яҙыусы. БАССР‑ҙың халыҡ яҙыусыһы (1990). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1949). Тәүге китабы – балалар өсөн “Партизан малай” (1942) хикәйәһе. “Көнһылыу” (1949), “Сәйер кеше” (1960), “Уйҙар, уйҙар…” (1963) повестарында, “Мөхәббәт һәм нәфрәт” (1964), “Һөнәрсе һәм өйрәнсек” (1965) хикәйәттәрендә шәхес м-н йәмғиәт мөнәсәбәттәренең әхлаҡи-этик һәм фәлсәфәүи проблемалары күтәрелә. Б. тыуҙырған образдар милли колорит м‑н айырыла. “Дуҫлыҡ” (1950), “Тылсымлы ҡурай” (1957), “Серле йөҙөк” (1959), “Нәҙер” (1966), “Зөлхизә” (1981) драма әҫ. фольклор мотивтары нигеҙендә яҙылған. “Имән”, “Йөҙөксө” (икеһе лә – 1980) поэмалары сағыу метафоралылыҡ һәм образлылыҡ м‑н һуғарылған. “Салауаттың һуңғы монологы” (1984) поэмаһы Салауат Юлаев шәхесен художестволы һүрәтләүҙә ҙур ҡаҙаныш була. “Кәмһетелгәндәр” (1958), “Уяныу” (1966; “Оло Эйек буйында” тигән исем м‑н яңынан баҫыла, 1981) һәм “Яҡтыға” (1970; “Емеш” тигән исем м‑н яңынан баҫыла, 1977) романдары башҡорт әҙәбиәтендә яңы жанр формаһын тыуҙыра һәм башҡ. халҡының 20 б. башындағы тормошоноң художестволы йылъяҙмаһына әйләнгән “Яҡтыға” трилогияһын хасил итә. Б. әҫәрҙәре Рәсәй һәм донъя халыҡтарының байтаҡ телдәренә тәржемә ителгән. Яҙыусы башҡ. теленә Н.В.Гоголь, М.Горький, Л.Н.Толстой, А.П.Чехов һ.б. әҫәрҙәрен тәржемә итә. Б. пьесалары БР һәм РФ театрҙарында сәхнәләштерелә. Уның шиғырҙарына комп. А.М.Ҡобағошов, Ш.З.Ҡолбарисов, А.Р.Хәлфетдинов һ.б. күп кенә популяр йырҙар ижад итә. БАССР‑ҙың Салауат Юлаев ис. пр. лауреаты (1968). “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1960, 1968, 1976). Б. тормошо һәм ижады т‑да “Зәйнәб Биишева” (1992), “Беҙҙең Зәйнәб” (2008; икеһе лә – “Башҡортостан” ДТРК, сценарий авторы һәм реж. А.Ғ.Абдразаҡов) һ.б. документаль фильмдар төшөрөлгән. Тыуған ауылында Биишева З. музейы асылған. Б. исемен Күгәрсен р‑ны Мораҡ а. балалар сәнғәт мәктәбе, дөйөм белем биреү мәктәбе, балалар баҡсаһы, урам йөрөтә; уның исемендәге премия булдырылған. Өфөлә Б. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған, уның исеме м-н урам аталған. Б. исеме Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһына, Мәғариф һәм мәҙәниәтте үҫтереү хәйриә фондына, “Китап” нәшриәтенә,  140-сы гимназияға һәм уның һәйкәле ҡуйылған скверға бирелгән.

Әҫәрҙ.: Һайланма әҫәрҙәр. Өфө, 1964; Әҫәрҙәр: 4 томда. Өфө, 1981–1982; Әҫәрҙәр: 5 томда. Өфө, 1995–2007; Избранные произведения: в 2 т. М., 1988.

Әҙәб.: Вәлитов И.Ғ., Вәхитов Ә.Х. Зәйнәб Биишева ижады. Өфө, 1980; Халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева: Зәйнәб Биишева тураһында хәтирәләр. Өфө, 2008; Алибаева С.А., Журавлёва А.А., Журавлёва А.Н. Зайнаб Биишева: жизнь и творчество. Уфа, 1993.

Ҡ.Ә.Аралбаев

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика