БИИШЕВА З. МУЗЕЙЫ, Күгәрсен р‑ны Туйөмбәт а. урынлашҡан. 1998 й. З.А.Биишеваның тыуыуына 90 йыл тулыу айҡанлы асыла. Музей фондында 400‑ҙән ашыу һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. яҙыусының китаптары, шәхси әйберҙәре, портреты (рәссамы Ә.Ф.Лотфуллин), Биишева әҫ. б‑са ҡуйылған спектаклдәргә афишалар һәм декорация эскиздары, тыуған яҡты өйрәнеүсе Ф.Х.Азаматов төҙөгән Бейешевтар ырыуы шәжәрәһе, “Туйөмбәт ауылы” диорамаһы бар. Экспозицияла яҙыусының тормошо һәм ижады хаҡында фото‑ һәм документаль материалдар, уның эш кабинеты интерьеры күрһәтелгән.

Л.А.Чишкова

Тәрж. Г.С.Балтабаева

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика