БИЗЯРКИНА Елена Николаевна (24.8.1971, Стәрлетамаҡ ҡ.), иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (2009). ӨДНТУ‑ны (1995), Бөтә Рәсәй ситтән тороп уҡыу финанс-иҡт. ин‑тын (1998) тамамлаған. 1995 й. алып “Сода” ААЙ‑нда: 2002 й. башлап төп иҡтисадсы, 2003 й. — бүлек нач. урынбаҫары. 2005 й. алып Көнсығыш иҡт., гуманитар фәндәр, идара итеү һәм хоҡуҡ ин‑тының Стәрлетамаҡ филиалында. 2007 й. башлап СДПА‑ла: 2008 й. алып иҡт. һәм идара итеү ф‑ты каф. мөдире, 2010 й. — деканы. 2012 й. алып БДУ‑ның Стәрлетамаҡ филиалы иҡт. һәм идара итеү каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге тәбиғәтте файҙаланыу иҡт. өйрәнеүгә, сәнәғәт производствоһын экологиялаштырыуға арналған. 40‑тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Яндекс.Метрика