АБДУЛЛА, Мәсетле р‑нындағы ауыл, Абдулла а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 25 км һәм Красноуфимск т. юл ст. (Свердловск өлк.) К. табан 91 км алыҫлыҡта Әй й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1268 кеше; 1920 — 1535; 1939 — 964; 1959 — 884; 1989 — 495; 2002 — 553; 2010 — 510 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 17 б. аҙ. Себер даруғаһы Ҡошсо улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1726 й., 1776 й. һәм 1782 й. керҙәшлек килешеүҙәре б‑са бында яһаҡлы татарҙар (уларҙың бер өлөшө һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күскән) күсеп ултырған. 1795 й. 70 йортта 343 кеше йәшәгән. 1865 й. ике А. ауылы теркәлгән: береһендә 73 йортта 478 кеше йәшәгән (малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ, арба һәм сана яһау м‑н шөғөлләнгәндәр; мәсет, училище булған), икенсеһендә 72 йортта — 409 кеше (игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр; мәсет, училище, 4 ат тирмәне булған). 1906 й. беренсе ауылда 171 йортта 690 кеше йәшәгән, мәсет, 2 бакалея кибете теркәлгән; икенсеһендә 106 йортта — 578 кеше, мәсет, мәктәп, тимерлек, мөгәзәй иҫәпкә алынған. 20 б. 20‑се йй. алып был ике ауыл бергә иҫәпләнә. А. янында Абдулла ҡаласығы урынлашҡан. З.Ғ.Әйүпова ошо ауылда тыуған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

 

Текст на русском языке

 

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018