БЕЛОРЕТ ИТ КОМБИНАТЫ. 1958 й. нигеҙ һалына, 1962 й. файҙаланыуға тапшырыла, 1994 й. алып ААЙ, 2006 й. ябыла. Составына ит-май, компрессорҙар (икеһе лә 1962 й. нигеҙләнгән), колбаса (1963) цехтары, һыуытҡыс (1962), ҡаҙанлыҡ бүлмәһе (1962) һ.б. ингән. Белорет, Өфө, Учалы ҡҡ., Белорет р‑ны Инйәр а. һәм Учалы р‑ны Миндәк а. фирма магазиндары селтәре булған. 1999 й. 113 кеше эшләгән. Ит, колбаса ашамлыҡтары, ярым фабрикаттар һ.б. етештергән. Продукцияһы БР‑ҙа һатылған.

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика