БИҘӘҮ ТАШТАРЫ, декоратив, эстетик һәм технологик үҙенсәлектәргә эйә булғанлыҡтан биҙәү‑сәнғәт һәм ювелир әйберҙәре етештереүҙә ҡулланылыусы тау тоҡомдары, минералдар һәм минераль агрегаттар. Специфик үҙенсәлектәре б‑са Б.т. аҫыл таштарға яҡын. Күпселеге үтә күренмәүсән, сағыу төҫлө һәм биҙәкле. Ҡайһы бер Б.т. эксклюзив йөҙләү таштары булараҡ ҡулланыла. РФ‑та Б.т. сығарылған төп урын — Урал. йәшмә, родонит һәм малахит бөтә донъяға билдәле; ш. уҡ офио-кальцит, амазонит, селенит, цитрин, морион, аҡыҡ, лиственит, серпентиниттар, төҫлө флюорит, лемезит, авантюринлы кварциттар сығарыла.

Башҡортостанда нефритоид, тау гәлсәре, төҫлө һәм биҙәкле саҡматаш сығанаҡтары асылған; ташҡа әүерелгән ағас, мәрмәр оникс, селенит, зәңгәр ангидрит, тальк-стеатит табылдыҡтары билдәле. Биҙәү-сәнғәт әйберҙәрендә ғәҙәти Б.т. ҡарамаған минераль сеймалдың төрлө төрҙәре — юлаҡлы кварц, кварцит, мәрмәрләнгән эзбизташ, туффит, тығыҙ көрән тимер мәғдәне файҙаланыла. Төрлө йәшмә Учалы, Әбйәлил, Баймаҡ р‑ндарында киң таралған; уларҙың ҡайһы бер төрҙәре (Ҡалҡан, Мулдаҡай, Әүешкүл һ.б.) уникаль, уларҙан эшләнгән әйберҙәр Эрмитаж (С.‑Петербург), Лувр (Париж) һ.б. музейҙарҙы биҙәй. Миндәк ятҡылығындағы (Учалы р‑ны) лиственит аҡ карбонат-кварц фонындағы йәшел фуксит таптарҙың сағыулығы һәм таҙалығы м‑н айырыла. Авантюринлы кварцит (ҡыҙыл, слюда тәңкәләре арҡаһында ялтырап торған бал кеүек һары, ҡыҙыл төҫ — ваҡ онтаҡлы гематит м‑н бәйле) урта рифейҙың егәлгә свитаһында табылған: Кирәл һәм Малиновая тауы сығанаҡтары (Белорет р‑ны). Көньяҡ Фәйзулла ятҡылығы (РФ‑та иң ҙур ятҡылыҡтарҙың береһе, Баймаҡ р‑ны) родониты өсөн һарғылт аҡ, алһыу һоро төҫтәр хас, ҡара марганец оксидтары юлаҡтары, таптары һәм дендриттары булған классик алһыу һәм ал ҡыҙыл төрҙәре осрай. Лемезиттар (өҫкө рифейҙың ҡытау свитаһы строматолит эзбизташтарының биҙәү төрҙәре) үҙенсәлекле дүңгәләк һәм бағана һымаҡ һүрәттәре м‑н айырылып тора; Белорет р‑ны Инйәр һәм Асы аа. тирәһендә киң таралған күп төҫлө йәшкелт-һарғылт ҡыҙыл төрҙәре һ.б. айырыуса ҡыҙыҡлы. Соран флюорит ятҡылығында йәшел, күкһел йәшел, ҡыҙғылт, ҡыҙғылт һары һәм шәмәхә м‑н бергә һирәк табыла торған зәңгәр төрҙәре осрай. Респ. тигеҙлек өлөшөндә гипс, ангидрит, карбонатлы ҡатламдарҙағы кремнийлы биҙәкле конкреция, риф массивтарының мәрмәрләнгән эзбизташы Б.т. итеп ҡулланыла ала.

Әҙәб.: Мәһәҙиев Б. Уралымдың ғәжәп төҫтәре. Таштар донъяһы = Многоцветье моего Урала. Мир камня = Wonderful colors of my Urals. The stone world. Уфа, 2004.

А.В.Кочергин, А.Ф.Ниғмәтуллин

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика