БИҘӘР ЗАВОДЫ, 1740 й. Уҫы даруғаһы Ғәйнә һәм Танып улусы башҡорттарынан ҡуртымға (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, һатып) алынған ерҙәрҙә Биҙәр й. (Сылва й. басс.) буйында П.И.Осокин (ҡара: Осокиндар) баҡыр иретеү заводы булараҡ нигеҙ һала. Хужалары: Осокиндар, 1804 й. алып А.А.Кнауф, 1818 й. — Англия банкиры Ралль һәм сауҙагәр Доути, 1828 й. — ҡаҙна, 1853 й. — Кнауф тау заводтары акционерҙар компанияһы. Кнауф тау округына ингән. 1741 й. эшләй башлай. 1751 й. — 6 баҡыр иретеү мейесе, 1 шплейзофен һәм 1 гармахер горны, 1797 й. 8 баҡыр иретеү мейесе, 2 шплейзофен һәм 1 гармахер горны була. 1773 й. ҡарай заводтың 18 руднигы була. 18 б. аҙағына Б.з. яҡынса 48,9 мең дисәтинә ер биләй. 1797 й. заводта 295 мастеровой һәм эшсе кеше (төп эштәрҙә) иҫәпләнә, заводҡа беркетелгән крәҫтиәндәр (ярҙамсы эштәрҙә) — 2597, 1861 й. эшселәр (ҡара: Эшселәр синыфы) — 337, 1862 й. — 30. Эшләү дәүерендә яҡынса 300 мең бот ҡара баҡыр иретелә, 18 б. — 153 мең бот, макс. етештереүсәнлек — 5 мең бот (1759). 1863 й. ябыла. Хәҙ. завод ҡасабаһы урынында Пермь крайының Ҡоро Биҙәр ҡасабаһы урынлашҡан.

Н.М.Ҡолбахтин

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика