БИҘ, Тәтешле р‑нындағы ауыл, Аҡсәйет а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 29 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнб. табан 16 км алыҫлыҡта Биҙ й. (Беүә й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 141 кеше; 1920 — 179; 1939 — 125; 1959 — 131; 1989 — 87; 2002 — 97; 2010 — 87 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Клуб бар.

Ауылға 19 б. аҙ. Бөрө өйәҙендә нигеҙ һалына. 1896 й. 26 йортта 138 кеше йәшәгән. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. мөгәзәй теркәлгән. 1920 й. Б. (Өстүбә) исеме м‑н иҫәпкә алынған.

Тәрж. Ю.Ғәримов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика