БИҒОЛОВ Миңлеғол Солтан улы [20.10.1928, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Ҡанаҡай а. (БР‑ҙың Ишембай р‑ны) — 6.1.1973, Өфө], Соц. Хеҙмәт Геройы (1958). 1941 й. алып Ишембай р‑ны “Ҡыҙыл таң” к‑зында эшләй. 1947 й. башлап “Башнефтезаводстрой” тресының (Өфө) 2‑се төҙөлөш идаралығы ташсыһы, 1958 й. — комплекслы төҙөүселәр бригадаһы етәксеһе. Б. бригадаһы мәктәптәр, балалар баҡсалары, дауаханалар, торлаҡ йорттар һәм Өфөнөң башҡа объекттарын төҙөй. СССР ЮС‑ының 7‑се, БАССР‑ҙың — 6‑сы саҡырылыш депутаты. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1958).

Әҙәб.: Зиновьев А. Путь к звезде //Герои Труда Башкирии: очерки о Героях Соц. Труда. Уфа, 1970.

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика