БЕЛОРЕТ ЗАВОДТАРЫ ЙӘМҒИӘТЕ, 1874 й. Мәскәүҙә “Вогау и К°” сауҙа йорто тарафынан Пашковтарҙың тимер етештереү заводтарының акционерҙар йәмғиәте булараҡ ойошторола. 1874—1916 йй. һәм 1918 й. идаралығы Мәскәүҙә, 1916 й. — 1918 й. башында Петроградта урынлаша. Заводтар м‑н идара итеү өсөн Верхнеурал өйәҙенең Белорет Заводы а. Төп контора булдырыла. Контроль акциялар пакеты хужалары: “Вогау һәм К°”, 1916 й. башында Азов‑Дон, Халыҡ‑ара Петербург, Петербург иҫәпкә алыу һәм ссуда биреү банкылары, 1916 й. уртаһынан “Коломна-Сормово” машиналар эшләү, металлургия һәм ярҙамсы заводтар берекмәһе. 1874 й. төп капитал 250 мең һум тәшкил итә, 1889 й. — 1,8 млн, 1896 й. — 3,5 млн, 1914 й. — 7 млн һум. Йәмғиәткә Магнит тауында тимер, Верхнеурал өйәҙендә доломит, магнезит, утҡа сыҙамлы балсыҡ, торф мәғдәне ятҡылыҡтары м‑н Белорет заводы, Тирлән заводы; 1890 й. алып Үҙән заводы, 1897 й. — Верхнеурал һәм Орск өйәҙе рудниктары м‑н Ҡағы заводы; 1917 й. — Ҡытау-Ивановка заводы һәм Ҡытаутамаҡ заводы ҡарай. 1916 й. йәмғиәт Силәбе өйәҙендә таш күмер копиҙары һатып ала. 1911—13 йй. йәмғиәт аҡсаһына Һамар—Златоуст т. юлының Белорет Заводы—Запрудовка ст. тар колеялы т. юл тармағы төҙөлә. 1918 й. бөтөрөлә.

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика