БИҒЛОВ Мөхәмәтәкрәм Мөхәмәтйән улы [1871—30.3.1919, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Шишмә ст. ҡсб (хәҙ. БР‑ҙың Шишмә р‑ны Шишмә ҡсб)], Өфө губернаһынан 2‑се Дәүләт думаһы (1907) депутаты. Дворяндарҙан. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. Неплюев кадет корпусын тамамлаған. 19 б. аҙ. һәм 1915 й. алып рус армияһында, 1918 й. Халыҡ армияһында, 1919 й. Рус армияһында. Капитан (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, полковник). 1898—1906 йй. Бәләбәй өйәҙендә земство участка начальнигы. Думала бюджет комиссияһы ағзаһы. Дәүләт думаһының мосолман фракцияһына ингән. 1907—09 йй. Бәләбәй өйәҙ земство идаралығы рәйесе. 1917 й. аҙ. алып 95‑се пехота полкы (Ҡазан), 1918 й. июленән 4‑се Өфө уҡсылар дивизияһының 16‑сы Мосолман уҡсылар полкы командиры. 1918 й. февр.—мартында Ҡазанда “Болаҡ аръяғы республикаһы”н ойоштороусыларҙың береһе. Өфө губ. Бәләбәй өйәҙендә 850 дисәтинә ер биләгән.

Л.А.Ямаева

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика