БИҒЛОВ Йыһандар Ирғәле улы [18.12.1918, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Иҫке Абзан а. (БР‑ҙың Благовар р‑ны) — 28.11.2001, Өфө], математик. Физика‑матем. ф. канд. (1955). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын тамамлаған (1941). 1946—86 йй. БДУ‑ла уҡыта (1972—82 йй. матем. ф‑ты деканы). Фәнни хеҙмәттәре дифференциаль операторҙарҙы өйрәнеүгә арналған. Б. эшмәкәрлеге БР‑ҙа математика үҫешенә булышлыҡ итә. 20‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы. Ҡыҙыл Байраҡ (1945), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1945, 1985) орд. м‑н бүләкләнгән.

Хеҙм.: Разложение по собственным функциям систем дифференциальных уравнений II порядка //Доклады Академии наук СССР. 1957. Т.112. №5.

Ш.И.Цыганов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика