БИГӘНӘЙ, Яңы Ҡангилде, Борай р‑нындағы ауыл, Ҡайынлыҡ а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 21 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 89 км алыҫлыҡта Өйә й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 409 кеше; 1920 — 412; 1939 — 335; 1959 — 403; 1989 — 236; 2002 — 225; 2010 — 183 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Ҡайынлыҡ урта мәктәбе филиалы), Р.Ғәлиева ис. район мәҙәниәт йорто филиалы бар.

Ауылға Уҫы даруғаһы Эске Йылан улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1741 й. керҙәшлек килешеүе б‑са яһаҡлы татарҙар (һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күскән) нигеҙ һала. 1795 й. 93 кеше йәшәгән, 1865 й. 33 йортта — 211 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ, һатыу өсөн ағас әҙерләү м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. мәсет, һыу тирмәне теркәлгән; шөғөлдәр араһында септә һуғыу билдәләнгән. 20 б. 60‑сы йй. Б. Түбәнге Ҡангилде а. (Бишҡыуыҡ; 19 б. уртаһында Иҫке Ҡангилде а. кешеләре бүлендек ауыл булараҡ нигеҙ һала) ҡушылған. С.Н.Майский ошо ауылда тыуған.

Ф.Ф.Абазов, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика