БИГӘНӘЙ, Тәтешле р‑нындағы ауыл, Түбәнге Балтас а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 18 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 45 км алыҫлыҡта Йоҡ й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 380 кеше; 1920 — 370; 1939 — 352; 1959 — 371; 1989 — 204; 2002 — 198; 2010 — 205 кеше. Удмурттар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Түбәнге Балтас урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға Себер даруғаһы Ҡыр‑Танып улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1727 й. керҙәшлек килешеүе б‑са удмурттар нигеҙ һала, 1748 й. 22 ир‑ат иҫәпкә алынған. 1865 й. 42 йортта 254 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Һыу тирмәне булған. 1906 й. ш. уҡ 2 бакалея кибете теркәлгән.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Ю.Ғәримов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика