БИГИЕВ Муса, М.Ярулла (6.1.1873, Дондағы Ростов ҡ. — 29.10.1949, Ҡаһирә), мосолман дин белгесе, йәмәғәт эшмәкәре. Хәрби ахун. Ҡазан, Баҡсаһарай, Бохара ҡҡ. мәҙрәсәләрендә уҡый; 1896 й. алып әл‑Әзһәр ун‑тында (Ҡаһирә), Мәккә, Мәҙинә (Сауд Ғәрәбстаны), Мумбай (Һиндостан) ҡҡ. һ.б. уҡыуын дауам итә. 1905 й. Ғ.Ибраһимов м‑н берлектә С.‑Петербургта татар телендә буржуаз‑либераль йүнәлешле “Өлфәт” гәз. ойоштора. “Иттифаҡ әл‑мөслимин” фирҡәһен ойоштороусыларҙың береһе, уның тәүге 3 съезының документтарын баҫмаға әҙерләй. 1909 й. “Хөсәйениә” мәҙрәсәһенең мөҙәрисе һәм ректор ярҙамсыһы, унда дин тарихы, ғәрәп теле һәм әҙәбиәте, фикһ, психология дәрестәре бирә. 1908—17 йй. мосолман дин белгестәре, шағирҙары әҫ., ғәрәп теленән төркигә тәржемә итеп, нәшер итә. 1917 й. Петроградта татар телендә “Әл-Мөнбәр” гәз. ойоштора. “Ислам әлифбаһы” булараҡ билдәле “Ислам милләтләренә” (1923) өндәмәһен яҙа, унда марксизмды әсе тәнҡитләй, шуның өсөн йылдан ашыу төрмәлә ултыра. Иреккә сыҡҡандан һуң Мәскәүҙә Тарихи мәсет имам‑хатибы. 1930 й. эмиграцияла була. Хеҙмәттәрендә исламды реформалауҙы яҡлап сығыш яһай, традиционалист дин белгестәрен тәнҡитләй, мосолман халыҡтарының бойондороҡһоҙлоғо яҡлы була. Мосолман съездары (1905—06; 1920), Бөтә донъя мосолман конгрестары (Мәккә, 1926; йәрүсәлим ҡ., 1931) эшендә ҡатнаша.

Хеҙм.: Кавагыйде фикъһия. Казан, 1910; Озын көнләрдә рузә. Казан, 1911.

Әҙәб.: Хайрутдинова А. Последний татарский богослов. Казань, 1999; Баттал-Таймас Г. Муса Джаруллах Биги: тормышы, эшчәнлеге вә әсәрләре. Казан, 1997.

Р.Үтәбай‑Кәрими

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика