БИБЛИЯ (грек. biblia — китаптар), иудаизмда һәм христианлыҡта ҡанунлаштырылған боронғо дини текстар тупланмаһы; боронғо яҙма әҙәби ҡомартҡы. 2 өлөштән тора: Иҫке Ғәһет һәм Яңы Ғәһет. Б.э. тиклем 13—2 бб. боронғо йәһүд телендә яҙылған Иҫке Ғәһетте (39 ҡануни китап) йәһүдтәр һәм христиандар Изге Яҙма тип таный. Иҫке Ғәһет ҡануны закондар (Тәүрат), тарихи (Йешуағ Нун улы, Исраил хакимдары, Рут, Батшалыҡтар һ.б.), нәсихәтле (Әйүп, Зәбүр, Сөләймән әйтемдәре) һәм пәйғәмбәрлек (Йешағъяһ, йеремияһ, Зөлкифел һ.б.) китаптарынан тора. Иудаизмда бүлектәрҙең традицион бүленеше һаҡлана: Биш китап; Пәйғәмбәрҙәр; Яҙмалар, йәки Агиографтар. Христиандарҙа Иҫке Ғәһеткә тағы ла 11 ҡануни булмаған китап та инә (Товит, Юдит һ.б.), улар протестантлыҡта танылмай. Б.э. 1 б. грек телендә яҙылған Яңы Ғәһетте (27 китап) христиандар ғына Изге Яҙма тип таный. Яңы Ғәһет ҡануны тарихи (4 Инжил, Апостолдар ғәмәлдәре), нәсихәтле (апостолдарҙың 21 хаты) һәм пәйғәмбәрлек (Иоанн Богослов асылышы, йәки Апокалипсис) китаптарынан тора. “Б.” тигән исем аҫтында был китаптар беренсе тапҡыр 4 б. телгә алына. Б. ғибәҙәт ҡылғанда файҙаланыла (ҡара: Дини китаптар). Ислам Б. изге булыуын таный, ләкин уны боҙолған йәки “көфөр” тип һанай. Б. китаптары һәм персонаждары Ҡөрьәндә урын алған (Тора — Тәүрат, Евангелие — Инжил; Авраам — Ибраһим, Иосиф — йософ, Иисус Христос — Ғайса һ.б.).

Б. Рустә 9 б. 2-се ярт. грексанан бер туған Кирилл м‑н Мефодийҙың сиркәү славян теленә тәржемәһендә барлыҡҡа килә, тәүге тапҡыр 1581 й. баҫылып сыға. 19 б. Б. урыҫ (1876 й. тулыһынса нәшер ителә) һәм Рәсәйҙең христианлыҡ ҡабул иткән халыҡтары (ҡара: Христианлаштырыу) телдәренә тәржемә ителә. Башҡортостанда Б. айырым китаптарының сыуаш, мордва, татар, удмурт һ.б. тәржемәләре тарала. Н.И.Ильминский м‑н В.Т.Тимофеев тарафынан татар теленә тәржемә ителгән Матфей Инжилы (1866) һәм Зәбүр (1891) билдәле. Яңы Ғәһеттең ҡайһы бер китаптарын Ҡазан башҡа телдәр уҡытыусылары семинарияһы студенттары башҡортсаға тәржемә итә (Инжил; 1899 һәм 1902). И.Ғ.Ғәләүетдинов билдәләүенсә, был тәржемә Н.Ф.Катанов төҙөгән алфавит нигеҙендә яҙылған. 1917 й. тиклем Башҡортостандағы православие ҡорамдарында — Златоуст өйәҙе Иҫке Балаҡатай а. сиркәүендә (1504 й. баҫма), Златоуст Воскресение диндәш ир‑егеттәр монастырында (1637, Мәскәү митрополиты Филареттың бүләге); Воскресение кафедраль соборында һәм Илья сиркәүендә, Бөрө ҡ. Михаил Архангел сиркәүендә (17 б.); Благовещение ҡатын‑ҡыҙҙар монастырында (1763) — Б. һәм өҫтәл Инжилдарының затлы итеп биҙәлгән боронғо даналары була.

БР ҡорамдарында, музейҙарында һәм китапханаларында Б. 19—20 бб. нәшер ителгән айырым даналары һаҡлана: сиркәү славян (1856 һәм 1914), православиеныҡы болгар (1871), урыҫ (1900), грек (1821) телдәрендә; протестантизмдыҡы француз (1840) һәм немец телдәрендә.

Н.П.Зимина

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика