АБДУЛЛА, Йәрмәкәй р‑нындағы ауыл, Иҫке Турай а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 40 км һәм Туймазы т. юл ст. К.‑Көнб. табан 58 км алыҫлыҡта Ыҡ й. (Кама й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 592 кеше; 1920 — 808; 1939 — 879; 1959 — 699; 1989 — 377; 2002 — 253; 2010 — 230 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 18 б. 1‑се ярт. Ҡазан даруғаһы Ҡыр-Йылан улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсенең исеме м‑н аталған, уның улы Шаһи Абдуллин билдәле. 1755 й., 1781 й., 1816 й. керҙәшлек килешеүҙәре б‑са бында типтәрҙәр, яһаҡлы һәм сумаҙанлы (почта ташыу хеҙмәтендәге) татарҙар күсеп ултырған. 1795 й. 16 йортта 100 кеше йәшәгән, 1865 й. 63 йортта — 367 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. мәсет, мөгәзәй теркәлгән.

Т.И.Әминев, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Ю.Ғәримов

 

Текст на русском языке 

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.