“БИБЛИОТЕКИ БАШКИРИИ” (“Башҡортостан китапханалары”), Милли китапхана йыйынтығы. Өфөлә 1965—1994 йй. урыҫ телендә нәшер ителә. Барлығы 8 һаны сыға; һуңғыһы “Библиотеки Башкортостана” тип аталған. Йыйынтыҡ биттәрендә респ. китапханаларының эш тәжрибәһе яҡтыртыла; халыҡҡа китапхана‑библиографик хеҙмәттәр күрһәтеүҙең көнүҙәк проблемаларына арналған материалдар, китапхана хеҙм‑рҙәренең респ. кәңәшмәләре һәм фәнни‑ғәмәли конф. хаҡында мәғлүмәт баҫыла. Айырым һандары махсус баҫма булараҡ сыға, мәҫ., 5‑сеһе — “Эшселәргә коммунистик тәрбиә биреүҙә китапханаларҙың роле” (“Роль библиотек в коммунистическом воспитании трудящихся”; 1975); 6‑сыһы — “СССР‑ҙың 60 йыллығына ҡарата Башҡортостан китапханалары” (“Библиотеки Башкирии к 60‑летию образования СССР”; 1982); 7‑сеһе — “Халыҡтар дуҫлығы — әҙәбиәттәр дуҫлығы” (“Дружба народов — дружба литератур”; 1989).

Р.В.Гәрәев

Текст на русском языке

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Яндекс.Метрика