БЕЛОРЕТ, БР‑ҙағы ҡала һәм т. юл ст., Белорет р‑нының адм. үҙәге (1930 й. алып). Өфөнән көньяҡ-көнсығышҡа табан 250 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Майҙаны — 40 км2. Халҡы (мең кеше): 1920 й. — 12,9; 1939 — 39,7; 1959 — 59,3; 1989 — 72,7; 2002 — 71,1; 2010 — 68,8. Милли составы (2002): урыҫтар — 71,3%, башҡорттар — 16,7%, татарҙар — 9,1%. Ҡала составында: Тирлән (4,4 мең кеше), Ломовка (2,6 мең), Туҡан (1,3 мең) ауылдары.

БР ҡара металлургияһының эре сәнәғәт үҙәктәренең береһе. Машиналар эшләү һәм металл эшкәртеү, ағас эшкәртеү, аҙыҡ-түлек сәнәғәте үҫешкән. Белорет металлургия комбинаты, “СТИН”, Белорет рессорҙар һәм пружиналар заводы, Белорет урман комбинаты, тимер-бетон изделиелар заводы, Белорет икмәк комбинаты, Белорет ит комбинаты, Белорет май-сыр комбинаты эшләй. Б. аша Куйбышев (Ҡарлыман—Белорет участкаһы), Көньяҡ Урал (Магнитогорск— Белорет участкаһы) т. юлдары; Өфө—Белорет, Белорет—Учалы—Мейәс, Стәрлетамаҡ—Белорет—Магнитогорск автомобиль юлдары үтә.

Б. Халыҡ-ара иҡтисад һәм хоҡуҡ институты, Авиация техник университеты, Магнитогорск техник университеты филиалдары, Белорет медицина колледжы, Белорет металлургия колледжы, Белорет педагогия колледжы, ПУ, 14 урта дөйөм белем биреү мәктәбе (ш. иҫ. Белорет урта мәктәбе №1), лицей-интернат, Компьютер мәктәбе, балалар муз., спорт һәм сәнғәт мәктәптәре, 2 ДЮСШ, Техник ижад йорто, Балалар һәм үҫмерҙәр туризмы үҙәге, Мәктәптән тыш эштәр үҙәге, 21 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы; үҙәк район дауаханаһы, туберкулёзға ҡаршы диспансер һәм СПИД һәм йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү һәм улар м‑н көрәшеү үҙәге филиалдары; Белорет ҡала мәҙәниәт һарайы, “Дефицит” театр-студияһы, 8 китапхана, Белорет музейы, картиналар галереяһы бар. Ҡалала 9 халыҡ һәм 5 өлгөлө үҙешмәкәр сәнғәт коллективы эшләй. “Белорецкий рабочий”, “Металлург” (урыҫ т.) һәм “Урал” гәз. сыға.

Ҡалаға 1762 й. Белорет заводы эргәһендә нигеҙ һалына. 1866 й. 1018 йортта 5583 кеше йәшәгән. Халҡы заводта эшләгән, игенселек, урман кәсептәре м‑н шөғөлләнгән. Мәктәп, лазарет, сиркәү, пристань булған. 1923 й. алып хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. 1948 й. Б. ҡалаһы эсенә Нура ҡасабаһы индерелә. 2002—03 йй. ҡала ирекле иҡтисади зона статусына эйә була. Б. 40‑тан ашыу мәҙәни мираҫ объекты бар: Белорет заводы ансамбле (18 б. 2‑се ярт. төҙөлгән), идарасы Кузнецов һарайы һәм улус идаралығы бинаһы (19 б. уртаһы), 2 класлы уч‑ще бинаһы (1880), Белорет заводтары адм. 2 айырым йорто (19 б. аҙ.), һыу һурҙырғыс башня (1916), 1‑се күп фатирлы йорт (1926—32), Металлургтар мәҙәниәт һарайы (1933), Металлургтар майҙанындағы биналар комплексы (1950) һ.б. Ҡала “РСФСР‑ҙың тарихи торама урындары исемлеге”нә индерелгән (1990).

М.Ф.Хисмәтов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Карта г.Белорецк

Яндекс.Метрика