БЕЛОНОСОВ Федот Павлович (яҡынса 1719 — 1791 алда түгел), Исәт провинцияһы казактарынан Уложенный комиссия депутаты. Ырымбур казак ғәскәрендә (1767 й. Ырымбур губернаһының Этҡол ҡәлғәһендә) хеҙмәт иткән. Комиссияға эш хаҡын күтәреү, казактарҙың аҫаба башҡорттар, дәүләт крәҫтиәндәре һ.б. м‑н ер мөнәсәбәттәрен көйләү т‑да наказ тапшыра. Сауҙа ирке хаҡындағы сығыштарҙы яҡлап сыға; “Аҫыл һөйәктәр хоҡуҡтары проекты”н тикшергәндә дворянлыҡ өҫтөнлөктәрен киңәйтеүгә ҡаршы сыҡҡан депутаттарға ҡушыла. Казактарҙың ерҙе файҙаланыу мәсьәләләрен хәл итеүҙе һорап, 1769 й. Дәүләт хәрби коллегияһына мөрәжәғәт итә.

И.М.Васильев

Тәрж. Ю.Ғәримов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика