БИБЛИОГРАФИЯ (гр. biblion — китап һәм ...графия), 1) документтар, ҡулъяҙма һәм баҫма әҫәрҙәр т‑да төп мәғлүмәттәрҙе әҙерләү һәм тәҡдим итеү. Әҫәрҙәрҙе фәнни нигеҙҙә айырыуҙы, уларҙы айырым билдәләр б‑са анализлау һәм туплауҙы, тасуирлауҙы, системаға һалыуҙы, белешмәләр, исемлектәр, әҙәбиәткә күҙәтеүҙәр төҙөүҙе һ.б. үҙ эсенә ала; 2) библиографик әсбап йәки библиографик әсбаптар йыйылмаһы. Б. функциональ тәғәйенләнеше б‑са — милли (дәүләт), ғилми-ярҙамсы, тәҡдим итеү, нәшриәткитап сауҙаһы; тематикаһы б‑са — универсаль, тармаҡ, тематик, персональ; хронология б‑са ағымдағы, ретроспектив, перспектив төрҙәргә бүленә.

Башҡортостанда Б. 18—19 бб. Х.Мөслими, Ғ.Соҡорой, Т.Ялсығол һ.б. хеҙмәттәрендә күренә башлай. Ғ.Соҡоройҙоң “Тәуарихи Болғарийа, йәки Тәҡриби Ғари” (“Болғар тарихы, йәки яҡынса Ғари аңлатмаһы”) хеҙмәтендә 18—19 бб. Урал-Волга буйы ғалимдары, яҙыусылары һәм дин эшмәкәрҙәренең ҡулъяҙма һәм баҫма әҫәрҙәре т‑да мәғлүмәттәр теркәлгән. Ғарифулла Сәлиховтың “Тарихи болғар вә саҡлаба” (1903) китабында Волга буйы Болғарының 31 авторы әҫәрҙәре т‑да мәғлүмәт бирелә. Р.Ф.Фәхретдиновтың “Аҫар” (1900—1908) китабы меңдән ашыу авторҙың — Урал-Волга буйы дин эшмәкәрҙәренең, ғалимдарының, яҙыусыларының — хеҙмәттәрен үҙ эсенә ала. М.Рәмзиҙең “Тәлфыйк әл-әхбар вә тәлкыйх әл-әсар фи вәкаиг, Казан вә Болгар вә мөлүк әттатар” (1—2‑се томдар, 1908) хеҙмәтендә Башҡортостан тарихы, Ғ.Усман, Ш.Зәки, Ә.Ҡарғалы, Һ.С.Сәлихов, Ғ.Соҡорой, Т.Ялсығол ижады б‑са библиографик материал тәҡдим ителә. М.И.Өмөтбаевтың “Йәдкәр” (1897) китабы башҡорттар тарихына бәйле баҫмалар т‑да мәғлүмәттәрҙе үҙ эсенә ала. “Шура” ж. “Библиография һәм тәнҡит” даими рубрикаһында яңы баҫмалар т‑да аннотацияланған мәғлүмәт донъя күреп тора. 1915 й. журналда Фәхретдинов “Тәржемәи хәл вә тәбәҡәт китаптары: Русиә мосолмандары тарафынан тәртип ителгәндәре” тигән исем аҫтында 50 китаптан торған исемлек баҫтыра. “Ваҡыт” гәз. ш. уҡ библиографик бүлеге була. 20‑се йй. библиографик мәғлүмәт “Башҡурдистан” гәз. һәм “Яңы юл” ж. баҫыла. Б. үҫешенә Ә.Ә.Вәлидов һиҙелерлек өлөш индерә, уның хеҙмәттәрендә төрки халыҡтар тарихы б‑са библиографик мәғлүмәт бирелә. Ул “Вакыт” (“Ваҡыт”) гәз., “Тормош” һәм “Шура” ж. яңы әҫәрҙәр т‑да рубрикалар алып бара. 1929—31 йй. “Хозяйство Башкирии” (“Башҡортостан хужалығы”) ж. А.А.Черданцев төҙөгән тыуған яҡты өйрәнеү б‑са Б. баҫыла.

30‑сы йй. алып Б. үҫешен махсус дәүләт учреждениелары системаһы тәьмин итә, уны ойоштороуға М.В.Әмиров, Г.Г. Әхмәров һ.б. үҙ өлөшөн индерә. 20‑се йй. 2‑се ярт. Китап палатаһы ойошторола, дәүләт Б. — респ. биләмәһендәге баҫма продукцияны теркәү, иҫәпкә алыу, ағымдағы библиографик мәғлүмәтте тәьмин итеү, “йылъяҙмалар” (библиографик бюллетендәр) баҫтырыу һ.б. уның ҡарамағында була. 1934 й. БАССР Үҙәк ғилми китапханаһында (ҡара: Милли китапхана) консультация-библиография бүлеге асыла, унда, материалдарҙы библиографиялау м‑н бергә, уҡыусыларға библиографик хеҙмәт тә күрһәтелә. Ғилми-ярҙамсы библиографик әсбаптар төҙөүҙә, китапханаларҙан тыш, респ. ғилми учреждениелары һәм вуздары ла ҡатнаша. Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты “Башҡорт совет әҙәбиәте. Тәнҡит библиографик күҙәтеүҙәр” (1955), “Башҡорт әҙәбиәте һәм әҙәбиәт ғилеме буйынса библиография” (1969) белешмәләрен баҫтырып сығара. Ғилми китапхана ТТӘИ м‑н берлектә “Башҡортостан тарихы сит ил хеҙмәттәрендә” (“История Башкортостана в зарубежных исследованиях”; 1986), “Башҡортостан АССР‑ы буйынса библиографик күрһәткес” (“Библиографический указатель по истории Башкирской АССР”; 2 томда, 1988—89); РФА Тәбиғәт фәндәре китапханаһы м‑н берлектә “Полиплоидия һәм эндополиплоидия: 1958—1978 йылғы урыҫ һәм сит ил күрһәткесе; 1979—1984” (“Полиплоидия и эндополиплоидия: указатель русской и иностранной литературы за 1958—1978; 1979—1984”; 1979—84), “Тупраҡтың ферментатив активлығы: 1950—1980 йылғы СССР һәм сит ил әҙәбиәте күрһәткесе” (“Ферментативная активность почв: указатель отечественной и иностранной литературы за 1950—1980”; 1983), “Үҫемлектәрҙең хужалыҡ өсөн файҙалы билдәләре формалашыуының физиологик-генетик һәм биохимик аспекттары: 1972—1986 йылғы урыҫ һәм сит ил әҙәбиәте күрһәткесе” (“Физиолого-генетические и биохимические аспекты формирования хозяйственно полезных признаков растений: указатель русской и иностранной литературы за 1972—1986”; 1988—89) библиографик белешмәләрен нәшер итә.

Милли китапхана Урал һәм Волга буйының башҡа китапханалары м‑н берлектә “Нефтле һ .м газлы Волго-Урал өлкәһе геологияһы. 1752—1928” (“Геология Волго-Уральской нефтегазоносной области. 1752—1928”; 1968), “Урал периодикаһы. Революцияға тиклемге баҫмалар” (“Периодика Урала. Дореволюционные издания”; вып.1, 1976), “Уралдың һыу ресурстары” (“Водные ресурсы Урала”; 1983), “Уралдың ваҡытлы матбуғаты. 1917—1920 йылғы гәзиттәр” (“Периодическая печать Урала. Газеты 1917—1920”; вып.2, 1986), “Урал флораһы, үҫемлектәре һәм үҫемлек ресурстары” (“Флора, растительность и растительные ресурсы Урала”; 1987), “Уралдың хайуандар донъяһы” (“Животный мир Урала”; 1989), “Ленин һәм Урал. 1970—88” (“Ленин и Урал. 1970—88”; 1990); ТТӘИ м‑н берлектә “Башҡорт тел ғилеме” (“Башкирское языкознание”; в 4 вып., 1967—97); Фәндәр академияһы һәм Милли музей м‑н берлектә “Әхмәтзәки Вәлиди Туған библиографияһына материалдар” (“Материалы к библиографии Ахмет-Заки Валиди Тогана”; 1996) белешмәләрен әҙерләүҙә ҡатнаша. Китапхана “Урал Бөйөк Октябрь социалистик революцияһы, сит ил хәрби интервенцияһы һәм граждандар һуғышы осоронда. 1957—1985” (“Урал в период Великой Октябрьской социалистической революции, иностранной военной интервенции и гражданской войны. 1957—985”; в 4 вып., 1965—8), “Башҡортостан яҙыусылары” (1968), “Совет Башҡортостаны яҙыусылары” (“Писатели Советской Башкирии”; 1980), “Өфө ҡ. һәм БАССР китапханаларында булған СССР журналдарының йыйылма каталогы. 1765—1980” (“Сводный каталог отечественных журналов, имеющихся в библиотеках г. Уфы и БАССР. 1765—1980”; 1986), “Башҡортостандың һынлы сәнғәте” (“Изобразительное искусство Башкирии”; в 2 вып., 1987—92), “Башҡорт халыҡ музыкаһы: нотографик күрһәткес. 1897—1985” (“Башкирская народная музыка: нотографический указатель. 1897—1985”; 1988), “Башҡорт фольклористикаһы” (“Башкирская фольклористика”; 1993), “Профессиональ башҡорт музыкаһы” (“Башкирская профессиональная музыка”; 1994), “Башҡорттар тураһында әҙәбиәт күрһәткесе” (“Указатель литературы о башкирах”; 1994), “Башҡортостан дәүләтселегенең барлыҡҡа килеүе” (“Становление башкирской государственности”; 1995), “Кире ҡайтарылған китаптар” (“Возвращённые книги”; 1996) библиографик белешмәләрен баҫтырып сығара.

2001 й. Р.М.Болғаҡов “Башҡортостан Республикаһы Милли музейының ғәрәп графикалы китаптары каталогы” (“Каталог арабографических книг Национального музея Республики Башкортостан”) белешмәһен сығара. М.Ф.Ғәйнуллин һәм Ғ.Б.Хөсәйенов “Совет Башҡортостаны яҙыусылары” (1967, 1988); “Совет Башҡортостаны яҙыусылары” (“Писатели Советской Башкирии”; 1977) биобиблиографик белешмәләрен нәшер итә. РФА‑ның Өфө ФҮ “Кузеев Рәил Ғүмәр улы” (“Кузеев Раиль Гумерович”; 1999), “Ғайса Батыргәрәй улы Хөсәйенов” (“Гайса Батыргареевич Хусаинов”; 2000), “Ураҡсин Зиннур Ғәзиз улы” (“Ураксин Зиннур Газизович”; 2000) персональ белешмәләрен баҫтыра. Тәҡдим итеү Б. тәғәйен йөкмәтке һәм сифат критерийҙары б‑са айырып алына һәм уҡыусыларҙың айырым категорияларына тәғәйенләнә. Тәҡдим итеү әсбаптары күп осраҡта серия итеп сығарыла: “Башҡортостан яҙыусылары”, “Башҡортостан ғалимдары”, “Башҡортостан ҡалалары” һ.б. 1961 й. башлап йыл һайын нәшер ителеүсе “Башҡортостан Республикаһындағы иҫтәлекле даталар календаре” (“Календарь памятных дат по Республике Башкортостан”) мәҡәләләрендә библиографик мәғлүмәттәр бирелә. Яңы баҫмалар т‑да мәғлүмәт респ. матбуғаты биттәрендә донъя күрә. Мәҫ., “Ағиҙел” ж. “Яңы китап” рубрикаһы бар; “Бельские просторы” ж. — “Уҡыу даирәһе”; “Ватандаш” ж. — “Библиография”; “Вестник Академии наук Республики Башкортостан” ж. — “Китаптарғакүҙәтеү”; “Экономика и управление” ж. — “Китап кәштәһе”; “Йәдкәр” ж. — “Тәнҡит. Библиография”; “Башҡортостан” гәз. — “Яңы китап”, “Китап кәштәһенә”; “Республика Башкортостан” гәз. — “Китап кәштәһенә”, “Уҡып алайыҡ”; “Кызыл таң” гәз. — “Яңы китап сыҡты” һ.б.

Әҙәб.: Закиров М.Х. Современное состояние и задачи библиографического обслуживания населения //Библиотеки Башкирии. Уфа, 1975. Вып.5; Гайсина Р.Х., Маннанов М.А. Храм сокровищ. Уфа, 1996.

С.Р.Бишева, Р.Ш.Хәлилова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика