БЕЛОКРИНИЦКИЙ ИЕРАРХИЯҺЫ, Австрия иерархияһы, поп йүнәлешле (ҡара: Поповсылар) ҙур старообрядсылыҡ сиркәүе. 1846 й. Белая Криница а. (Австрия Галицияһы) Рәсәйҙән күскән поповсылар общинаһы тарафынан ойошторола. 19 б. 50-се йй. Б.и. үҙәге Мәскәүгә (Рогожа общинаһы) күсә, унда дини совет төҙөлә. 1988 й. алып Б.и. Урыҫ православие старообрядсылыҡ сиркәүе тип атала. 1996 й. РФ-та 85 община теркәлә.

Башҡортостанда Б.и. т‑дағы тәүге мәғлүмәт 1860 й. ҡарай. Златоуст өйәҙендә Б.и. монастыры эшләй, ул 1871 й. урындағы власть бойороғо б‑са ҡыйратыла. 1865 й. Өфө губернаһында Б.и. яҡлы 4203 кеше иҫәпләнә, 1913 й. — 4033. Уларҙың төп йәшәү урыны Стәрлетамаҡ ҡ., Бәләбәй өйәҙе Песмән, Өҫән‑Ивановка Заводы аа., Стәрлетамаҡ өйәҙе Верхотор заводы ҡасабаһы, Помряскин, Столяровка, Садовка, Полыновка, Яңы Михайловка аа. була. Б.и. 14 сиркәүе һәм ғибәҙәтханаһы була, уларҙы 13 священник һәм 4 псаломсы хеҙмәтләндерә. Ҙур община Өфөлә урынлаша (1908). 20 б. 20—30-сы йй. Б.и. 4 сиркәүе эшләй, 1936 й. ҡарай улар ябыла, дин әһелдәре репрессиялана. 40‑сы йй. уртаһынан Өфөлә һәм Әлшәй р-ны Елатминка а. ғибәҙәтханалар эшләй башлай; 50-се йй. алып Б.и. яҡлылар Әлшәй р-ны Раевка ҡасабаһында, Балаҡатай р-ны Ҡарлыхан, Ҡыйғы р-ны Ләүйылға, Һарығул, Бәләбәй, Стәрлетамаҡ р-ндары ауылдарында йәшәй. Уларҙың дөйөм һаны билдәһеҙ.

Әҙәб.: Сергеев Ю.Н. Из истории закрытия Казанской старообрядческой церкви в Уфе (нач. 30-х гг. ХХ в.) //Старообрядчество. История. Культура. Современность. М., 1997.

Ю.Н.Сергеев

Тәрж.Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика