БЕЛОВ Михаил Ипатович (7.11.1924, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны Алексеевка а. — 24.2.2015, Мәскәү), десантсы, ген.-майор (1979). Хәрби ф. д‑ры (1968), проф. (1971). М.В.Фрунзе ис. Хәрби акад. тамамлаған (Мәскәү, 1955). Б.В. һуғышында, Венгрияла хәрби хәрәкәттәрҙә (1956) ҡатнашыусы. 1942 й. алып Совет Армияһында. 1962 й. башлап М.В.Фрунзе ис. Хәрби акад. уҡытыусыһы, 1977 й. — В.И.Ленин ис. Хәрби‑сәйәси акад. (Мәскәү) оператив‑тактик әҙерлек каф. начальнигы. Фәнни тикшеренеүҙәре хәҙ. заман һуғыш тактикаһы, Рәсәйҙең хәрби тарихы мәсьәләләренә арналған. 250‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. 1988 й. отставкала. Ҡыҙыл Байраҡ (1956), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1944, 1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1945), 3‑сө дәрәжә “СССР Ҡораллы Көстәрендә Ватанға хеҙмәте өсөн” (1975) орд., сит ил орд. м‑н бүләкләнгән.

Х е ҙ м.: Обоснование оперативно‑тактических требований к системе вооружения воздушно‑штурмовых войск. М., 1967; Полководческий феномен Жукова (Жуковская наука побеждать). М., 1998; Судьба семьи в судьбе страны. М., 2002.

Әҙәб.: Б у л а т о в Г. Покой ему только снится //Генералы Башкортостана. Уфа, 1995.

Р.З.Хажиев

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика