БЕЛОВ Григорий Андреевич (12.10.1901, Сембер губ. Сара а. — 23.6.1994, Мәскәү), ген.‑лейт. (1953). Советтар Союзы Геройы (1944). Граждандар һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. Н.Г.Толмачёв ис. Хәрби‑сәйәси акад. (Ленинград, 1930) һәм К.Е.Ворошилов ис. Юғары хәрби акад. эргәһендәге Юғары акад. курстарын (Мәскәү, 1946) тамамлаған. 1920 й. алып Совет Армияһында. 1939 й. июненән Команда составын камиллаштырыу юғары кавалерия курстарында, 1940 й. окт. — Штаб хеҙмәте юғары хәрби мәктәбенең штаб командирҙарының юғары курстарында, 1941 й. ғин. — окт. һәм 1958—62 йй. — М.В.Фрунзе ис. Хәрби акад. уҡыта, 1959—62 йй. — оператив‑тактик әҙерлек каф. начальнигы. 1941 й. окт. алып запастағы кавалерия полкы командиры. 1942 й. июленән 16‑сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһының ком. урынбаҫары, 1943 й. февр. — командиры. Герой исеменә гвардия ген.‑майоры Б. 1943 й. сент. Чернигов ҡ. азат иткәндә һәм Белоруссияның Нивки а. эргәһендә Днепр й. аша сыҡҡанда див. м‑н оҫта етәкс. иткәне өсөн лайыҡ була. 1947 й. апр. алып механизацияланған 16‑сы гвардия див. ком., 1949 й. сент. башлап 17‑се уҡсылар корпусы командиры. 1954—57 йй. Ҡытай халыҡ‑азатлыҡ армияһы хәрби округы ғәскәрҙәре етәксеһе хәрби кәңәшсеһе. 1962 й. отставкала. Ленин (1944, 1945 й. апр. һәм майы), Ҡыҙыл Байраҡ (1943, 1944 й. авг. һәм нояб., 1950), 2‑се дәрәжә Суворов (1945), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ, “Почёт Билдәһе” (1936) орд., сит ил орд. м‑н бүләкләнгән.

Әҫәрҙ.: Путь мужества и славы. Уфа, 1985.

Әҙәб.: Гордость и слава 16‑й кавдивизии. Уфа, 1990; Ахмадиев Т.Х. Башкирская гвардейская кавалерийская. Уфа, 1999.

Ғ.Һ.Булатов, Г.Т.Хөсәйенова

Тәрж. Р.С.Мөфтәхетдинова 

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика