БЕЛОВ Георгий Андреевич (ысын исеме Виттенкопф Ганс Альфредович), Аҡтар хәрәкәте эшмәкәре. Ген.- майор (1918). Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. Ген. штабтың Николай акад. тамамлаған (С.‑Петербург). 1918 й. июнь— нояб. Себер армияһы штабы, 1919 й. февр. алып 5‑се Стәрлетамаҡ армия йыйылма корпусы штабы нач., марттан — Көньяҡ ғәскәрҙәр төркөмө, май—сент. Көньяҡ армия командующийы. 1921 й. алып Ҡытайҙа, артабан Францияла йәшәй. 4‑се дәрәжә Изге Георгий орд. м‑н бүләкләнгән.

Әҙәб.: Сахаров К.В. Белая Сибирь. Мюнхен, 1923; Клавинг В.В. Гражданская война в России: Белые армии. М.; СПб., 2003.

И.Ф.Плотников

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика