БЕЛОВ Владимир Викторович (1.10.1960, Дәүләкән ҡ.), йырсы (лирик‑драматик тенор). РФ‑тың атҡ. (2003), БР‑ҙың халыҡ (1994) артисы. ӨДСИ‑не тамамлаған (1988; М.Ғ.Мортазина класы). 1987—88 йй., 1990—2003 йй. БДОБТ, 1988—90 йй. Свердловск опера һәм балет театры, бер үк ваҡытта 1997—2003 йй. Прага дәүләт операһы солисы, 2003—10 йй. БР‑ҙың Милли симфоник оркестры, 2012 й. алып Өфө сәнғәт уч‑щеһы директоры. Бай тембрлы көслө тауышҡа, сағыу актёрлыҡ һәләтенә эйә. БДОБТ‑лағы төп партиялары: Ротшильд (“Ротшильд скрипкаһы” —“Скрипка Ротшильда”, В.И.Флейшман һәм Д.Д.Шостакович; дебют, 1987), Владимир Игоревич (“Кенәз Игорь” — “Князь Игорь”, А.П.Бородин), Герман (“Пики дамаһы” — “Пиковая дама”, П.И.Чайковский), Герцог (“Риголетто”), Манрико (“Трубадур”), Радамес (“Аида”; бөтәһе лә — Дж.Верди), Хозе (“Кармен”, Ж.Бизе), Бохайыр (“Салауат Юлаев”), Аҡмырҙа (“Шәүрә”) һ.б. Концерт репертуарында урыҫ, сит ил композиторҙары операларынан ариялар, вокаль әҫ., урыҫ халыҡ йырҙары һәм романстары. И.К.Архипова, М.Л.Биешу һ.б. м‑н бергә сығыш яһай. Рәсәй һәм сит илдәр (АҠШ, Германия, Италия, Франция, Япония һ.б.) буйлап гастролдәрҙә була. М.И.Глинка ис. Халыҡ-ара конкурс лауреаты (Смоленск ҡ., 1993); С.Я.Лемешев ис. опера йырсылары (Тверь ҡ., 1992), Дж.Гайяр ис. вокалистар (Памплона ҡ., Испания, 1996) халыҡ‑ара конкурстары дипломанты.

С.М.Платонова

Тәрж. Г.С.Балтабаева

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика