БЕЛОВ Василий Михайлович (5.1.1925, Мәскәү губ. Строкино а. — 15.4.1993, Мәскәү өлк. Дубки а.), Советтар Союзы Геройы (1943). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1941—42 йй. Боҙаяҙ районы Подлуб а. эшләй. 1943 й. алып Воронеж һәм 1‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 40‑сы армия 10‑сы танк корпусының 11‑се мотоуҡсылар бригадаһы телефонсыһы рядовой Б. 1943 й. 24 сент. Украина ССР‑ы Ржищев ҡасабаһы эргәһендә Днепр й. аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы, дошман уты аҫтында элемтә линияһы үткәргәне һәм бәйләнеште тергеҙгәне өсөн (тәүлегенә 25 тапҡыр) лайыҡ була. Демобилизациянан һуң (1945) Мәскәү өлк. эшләй. Ленин орд. (1943), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), 3‑сө дәрәжә Дан (1943) орд. м‑н бүләкләнгән.

И.Ғәримова, Е.А.Смирнов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика