БИБИКОВ Александр Ильич (30.5.1729, Мәскәү — 9.4.1774, Бөгөлмә биҫтәһе, хәҙ. Бөгөлмә ҡ.; Мәскәү губ. Баршовка а. ерләнгән), дәүләт һәм хәрби эшмәкәр. Ген.‑аншеф (1771). Сенатор (1774 й. алып). Дворяндарҙан. 1756—63 йй. Ете йыллыҡ һуғышта, 1768—72 йй. Речь Посполитаяла Бар конфедерацияһын, 1763—65 йй. Урал тау сәнәғәте крәҫтиәндәре ихтилалдары һәм Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75) барышында баш күтәреүселәрҙең ҡораллы көстәрен тар‑мар итеүҙә ҡатнаша. 1746 й. алып рус армияһында. 1767—68 йй. Уложенный комиссия маршалы (рәйесе). 1768 й. башлап Речь Посполитаяла пехота корпусы шефы, 1771 й. — экспедиция корпусы командующийы. 1773 й. нояб. аҙағынан Ҡазан губернаһы һәм Ырымбур губернаһы ғәскәрҙәре командующийы, Ҡазан йәшерен комиссияһы начальнигы. 1774 й. ғин. алып кенәз П.М.Голицын, А.Л.Ларионов, П.Д.Мансуров һәм Ф.Ю.Фрейман етәкс. хөкүмәт ғәскәрҙәренең Е.И.Пугачёвтың баш күтәреүселәр отрядтарына ҡаршы һөжүмен координациялай. Апрелгә ҡарай Минзәлә, Көңгөр, Ырымбур һәм Өфө ҡҡ. янында баш күтәреүселәрҙе ҡыйратыуға өлгәшә. Изге Андрей Первозванный (1774), Изге Александр Невский (1765) орд., сит ил орд. м‑н бүләкләнгән.

Әҙәб.: Бибиков А.А. Записки о жизни и службе А.И.Бибикова. М., 1865.

Н.М.Ҡолбахтин

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика