БИАТЛОН БУЙЫНСА ОЛИМПИЯ РЕЗЕРВЫ СПОРТ МӘКТӘБЕ. Өфөлә урынлашҡан. “Биатлон” спорт-һауыҡтырыу комплексы базаһында эшләй. 1987 й. Профсоюздар физкультура-спорт йәмғиәте Башҡ‑н өлкә советының биатлон б‑са СДЮШОР‑ы булараҡ ойошторола, 2001 й. алып Биатлон буйынса республика балалар һәм үҫмерҙәр олимпия резервы махсус спорт мәктәбе. Мәктәптә 400‑гә яҡын уҡыусы шөғөлләнә, 13 уҡытыусы-тренер эшләй (2011). Тәрбиәләнеүселәре араһында Г.А.Куклева, П.И.Муслимов, А.В.Падин, Е.В.Сафарова, М.А.Чудов, Ф.Е.Шульман, ш. уҡ 40‑тан ашыу СССР һәм Рәсәй спорт мастеры бар. Мәктәп м‑н тренерҙар М.С.Алсынбаев, В.А.Никитин, В.В.Новожилов, А.Т.Сәфәров, А.М.Щепарёв, П.К.Ямалиев һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Яндекс.Метрика