“БИАТЛОН”, биатлон б‑са Рәсәйҙә иң ҙур спорт комплекстарының береһе. Өфөлә урынлашҡан. 1986 й. төҙөлә, 2001 й. реконструкциялана. Трибуналы (3000 урын) радиолаштырылған саңғы стадионы, йыйылмалыһүтелмәле трибуналары, ярым ябыҡ (сәптәр өсөн 6 ҡулайлама) һәм асыҡ (30 ҡулайлама) тирҙары, оҙонлоғо 2,5; 4; 10 км булған яҡтыртылған саңғы-роллер һәм оҙонлоғо 5 км булған кросс трассалары, физик әҙерлек өсөн спорт майҙансығы, саңғы трассалары һалыу өсөн махсус техникаһы, ҡорал һәм саңғы һаҡлау өсөн адм.-көнкүреш корпусы, саңғы әҙерләү өсөн бүлмәләре, ҡунаҡханаһы (170 урын), судья бүлмәләре, 20 комментатор теле-радио кабинаһы, конференцзалы (50 урын), матбуғат үҙәктәре (30 һәм 120 урын), тренажёр залы, уҡыу үҙәге, цифрлы электрон таблоһы, мед. үҙәге, кафеһы һ.б. бар. 1987 й. алып “Б.” базаһында Биатлон буйынса олимпия резервы спорт мәктәбе эшләй. 2006 й. “Б.” — йәйге биатлон б‑са донъя чемпионаты, 2009 й. биатлон б‑са Европа чемпионаты уҙғарыла; 2001 й. башлап даими рәүештә биатлон һәм йәйге биатлон б‑са Рәсәй чемпионаттары, Кубоктары һәм беренселектәре, 2003 й. алып велосипед спорты б‑са Рәсәй чемпионаттары һәм спорт ориентиры б‑са Рәсәй Кубоктары үткәрелә. 2007 й. “Б.” халыҡ-ара ярыштар үткәреүгә Халыҡ-ара биатлонсылар союзының “А” категориялы лицензияһын ала.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика