БЕШӘТӘК, Бишитәк, Биштау, тау түбәһе, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы Баштау һыртының иң юғары нөктәһе. Белорет р‑ны Исмаҡай а. төньяҡ-көнсығышҡа табан 4,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Абс. бейеклеге 1271 м, оҙонлоғо яҡынса 1,2 км, киңлеге 0,8 км. Рельефында денудация йөҙө билдәләнә, уның өҫтөнән 5—8 м бейеклектәге ҡая ҡалдыҡтары күтәрелә. Урта рифейҙың машаҡ свитаһы тоҡомдарынан (базальт, ҡомташ, конгломерат һәм балсыҡлы һәүерташ) тора. Ландшафтары ҡарағай-ҡайын һәм ҡайын-уҫаҡ, көнбайыш битләүендә ҡарағас урмандарынан ғибәрәт, унда тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965) булған 600 йәшлек ағастар һаҡланып ҡалған. Битләүҙәрендә үҫемлектәрҙең һирәк төрҙәре үҫә: себер патринияһы, шырт төклө еҙүлән, ябай телүлән һ.б.

И.М.Япаров

Тәрж. И.М.Япаров

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика