БЕШТАУ Юрий Григорьевич (14.3.1928, Төньяҡ Кавказ крайы Апшерон станицаһы — 16.12.2011, Өфө), хужалыҡ эшмәкәре. БАССР‑ҙың атҡ. транспорт хеҙм‑ре (1988). Ленинград һыу транспорты инженерҙары ин‑тын тамамлағандан һуң (1952) Ағиҙел йылға пароходсылығының Өфө йылға портында эшләй: план бүлеге нач., 1955 й. алып нач. урынбаҫары, 1956 й. — нач.; 1967 й. башлап “Волготанкер” Волга нефть ташыу өсөн йылға пароходсылығы нач. урынбаҫары — Башҡ‑н район идаралығы нач., 1989—2000 йй. “Речбункер” ЯАЙ‑ның (Һамар ҡ.) Өфө филиалы директоры. Б. етәкс. механизацияланған причалдар төҙөлә, порт күсереп тейәү техникаһын яңы техник ҡорамал м‑н йыһазландырыу үткәрелә; “Волготанкер” пароходсылығының Башҡ‑н район идаралығында иҫкергән пар флоты дизеллегә алыштырыла. 1967—88 йй. нефть йөктәрен ташыу күләме 4,4‑тән 6,2 млн т тиклем артҡан; флоттың Благовещен (1975) һәм Исмаил (1980) ремонт-эксплуатация базалары файҙаланыуға тапшырылған. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971, 1986), Халыҡтар дуҫлығы (1981), “Почёт Билдәһе” (1966, 1976) орд. м-н бүләкләнгән.

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика