АБДУЛЛА, Бәрҙәш, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл, Ҡараяр а/с ҡарай; пристань. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 20 км һәм Щучье Озеро т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 195 км алыҫлыҡта Оло Бәрҙәш й. (Йүрүҙән й. ҡушылдығы) тамағында, Павловка һыуһаҡлағысы эргәһендә урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 977 кеше; 1920 — 1327; 1939 — 1351; 1959 — 1178; 1989 — 693; 2002 — 617; 2010 — 612 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға1834—36 йй. Бөрө өйәҙе Һунлар улусы Иҫке Аҡбүләк һәм Яҡуп аа. башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1765 й. билдәле). 1865 й. 63 йортта 386 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ, урман кәсептәре м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, һыу тирмәне булған. 1906 й. ш. уҡ тимерлек, таҡта ярыу оҫтаханаһы, 7 бакалея кибете теркәлгән. Р.М.Фазлыева ошо ауылда тыуған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Текст на русском языке

 

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018