БЕШЕҮ, организм туҡымаларының билдәле бер урынға йылылыҡ (ялҡын, эҫе әйбер, шыйыҡса һ.б.), химик (концентрациялы кислота, һелте һ.б.), радиация (ИК‑, УФ‑, ионлау нурланышы) һәм электр йоғонтоһо һөҙөмтәһендә зарарланыуы. Б. зарарланыу ауырлығына (1‑се, 2‑се, 3‑сө А, 3‑сө Б, 4‑се дәрәжә), шарттарына (производство, көнкүреш, хәрби хеҙмәт ваҡыты) һ.б. ҡарап айырыла. Бешкән урында аҡһым ойоша, күҙәнәктәр һәм туҡымалар үлә. Төп симптомдары: Б. майҙаны бәләкәй булғанда — һыҙлау, гиперемия, шешеү, тирелә йәки лайлалы тиресәлә күперткеләр; тәрән һәм ҙур булғанда — организмдың үлгән туҡымаларҙың тарҡалыу продукттары м‑н ағыуланыуы һәм яраға инфекция инеүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән ауырыуҙар. Дауалау: зарарлаусы сәбәпте бөтөрөү (һыуытыу, химик нейтралләштереү һ.б.); медикаментоз (һыҙлауҙы баҫыусы, тынысландырыусы, антигистамин, иммунитетты көйләүсе, бактерияларға һәм сепсисҡа ҡаршы дарыуҙар, ауыр осраҡтарҙа — реанимация саралары комплексы); хирургик (үлгән туҡымаларҙы киҫеп алыу һәм аутодермопластика яһау). Ихтимал булған өҙлөгөүҙәр: тәүгеләре (бешеү шогы, сепсис, киҫкен йөрәк‑ҡан тамырҙары, бөйөр һәм бауыр етешмәүсәнлеге һ.б.) һәм һуңғылары (бешеү деформациялары, быуын контрактуралары һәм анкилоздары, трофик сей яралары).

Башҡортостанда йылына 10 мең кешегә 500‑гә яҡын термик Б. осрағы теркәлә. 1966 й. Өфөлә 8‑се дауаханала Б. дауалау бүлеге ойошторола (В.П.Коршунова, К.И. Бендеров) һәм эшләй, 1984 й. 18‑се дауахана базаһында Респ. бешеүҙе дауалау үҙәге асыла. Б. эҙемтәләрен дауалау һәм иҫкәртеү проблемалары б‑са фәнни тикшеренеүҙәр Медицина университетында алып барыла: 20 б. 40‑сы йй. Башынан — һуғыш йылдарында алынған Б., 80‑се йй. бешеүҙән һуң барлыҡҡа килгән ауырыуҙар ваҡытында патохимия һәм метаболизмдың боҙолоуы өйрәнелә (Ф.Х.Камилов, Э.Ғ.Дәүләтов). 1985 й. алып инфекцион өҙлөгөүҙәрҙе иҫкәртеү б‑са тикшеренеүҙәр алып барыла (Т.Ф.Мәүлитов), интенсив терапия (С.С.Ҡыуатов) һәм балаларҙы реабилитациялау (Г.И.Ялалова), ауыр йәрәхәтле ауырыуҙарҙы аутодермопластикаға әҙерләү (А.В.Лыков) алымдары камиллаштырыла, ауырыуҙарҙы комплекслы дауалағанда тәүге нутритив ярҙам күрһәтеүҙең роле өйрәнелә (М.Ш.Чанышев), Б. ваҡытында этаплы мед. ярҙамы күрһәтеү ысулдары эшләнә (В.В.Смольников).

Т.Р.Мәүлитов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика