БЕҮӘ, йылға, Кама й. һул ҡушылдығы. Тулва ҡалҡыулығының (Пермь крайы) көньяҡ битләүендә башлана. Пермь крайы, БР‑ҙың Яңауыл р‑ны аша төньяҡ-көнсығыштан көньяҡ-көнбайышҡа табан аға һәм Кама й. (тамағынан 240 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 228 км, басс. майҙаны 6530 км2, дөйөм түбәнәйеүе яҡынса 182 м. БР терр‑яһындағы оҙонлоғо яҡынса 60 км. Башлыса ҡар һыуы м‑н туйына. йыллыҡ аҡманың 65%‑ы — яҙғы (апр.—май), 23%‑ы — йәйге-көҙгө (июнь—окт.), 12%‑ы ҡышҡы (нояб.—март) осорҙарға тура килә. Нефтекама ҡ. составындағы Шишмә а. эргәһендә уртаса йыллыҡ һыу сығымы 24,3 м3/с. Басс. рельефы убалы тигеҙлек, йылға үҙәндәре һәм һыҙалар м‑н бүлгеләнгән, башлыса өҫкө пермдең өфө ярусы һәм ҡазан ярусы тоҡомдарынан ғибәрәт. Үрге ағымда ландшафтар кәҫле көлһыу тупраҡтағы ҡара ылыҫлы һәм киң япраҡлы урмандарҙан тора. Башҡа терр‑яла аҡһыл һоро һәм һоро урман тупрағы өҫтөнлөк итә, байтаҡ өлөшө һөрөлгән. Басс. терр‑яһының 31%‑ын урман ҡаплаған. Б. Ҡарман һыуһаҡлағысы төҙөлгән. Ҡушылдыҡтары: уң — Ушъя, һул — Ҡай-машин, Уръя, Шүдек, Әмзә, Әрей, Яңауыл һ.б.

В.А.Балков

Тәрж. З.Б.Латипова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика